-9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Октябрь 2020, 16:40

Указға тағы үҙгәрештәр индерелде

Республика Башлығының “Юғары әҙерлек хаҡындағы” Указы тағы ла үҙгәрештәр кисерәсәк. Был турала ул аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

Республика Башлығының “Юғары әҙерлек хаҡындағы” Указы тағы ла үҙгәрештәр кисерәсәк. Был турала ул аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе.
-Беҙ тағы ла ауыр хәлгә тарыныҡ. Бөгөнгө хәл яҙ айҙарына ҡарағанда ла ҡатмарлыраҡ. Күрһәткестәр буйынса сир көсәйә һәм үлем осраҡтары ла арта бара. Был күренеш бөтә илдә һәм ер шарында күҙәтелә.
Яңы сикләүҙәргә һәм ҡағиҙәләргә ярашлы, кафе-ресторандарҙа, дөйөм туҡланыу урындарында яңы йылға тиклем корпоративтар уҙғарыу тыйыла. Республикала иһә дөйөм халыҡ йыйыла торған саралар тыйыласаҡ, кинотеатрҙарҙа кешеләр һаны 30 процентҡа ҡыҫҡарасаҡ.
Театрҙарҙа хәл тағы ла ҡатмарлыраҡ. Уларға бөтөнләй ябылыу ҡурҡынысы янай. Коронавирус сире артистар араһында теркәлгән. Радий Фәрит улы, сәнғәт учреждениеларын ябырға тигән тәҡдим бирҙе.
Медицина учреждениеларында ла хәл ҡатмарлы. Унда табиптар етешмәй, сөнки күбеһе ауырыу арҡаһында, эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы алып өйҙә ҡалырға мәжбүр. Хәбәр итеүебеҙсә, был тәнгәлдә ярҙамға медицина уҡыу йорттарының студенттары киләсәк. Ә дауаханаларҙа пациенттың хәле яҡшырыу менән уны өйгә ҡайтарыу бурысы ҡуйылды.
Эшләп йөрөүсе ауырлы ҡатындарҙы ситтән тороп эшкә ебәреү, уларға хеҙмәт хаҡын тулыһынса түләргә ҡушылды. Шулай уҡ хроник сирҙәре булған кешеләр һәм хаҡлы ялдағылар ҙа ҡурсаланыуҙа ҡаласаҡ.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: