Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирустан тағы бер ғүмер өҙөлөүе хаҡында хәбәр итә. Аяуһыҙ сирҙән Кушнарен районында йәшәүсе 1965 йылғы ханым вафат булған. COVID-19 инфекцияһынан тыш, ул шәкәр диабеты менән артыҡ ауырлыҡтан да яфаланған икән. Зәһәр вирус ҡорбандары республикала хәҙер 48-гә етте...
Башҡортостанда эпидемия башланғандан алып 20 октябргә тиклем 9 877 кеше коронавирус йоҡторған. Тәүлек эсендә ауырыуҙар 68-гә артҡан. Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар 943 булһа, стационарҙа ятыусылар – 131. Шуларҙың етәүһенең хәле ауыр.
Һуңғы тәүлектә 69 яҡташыбыҙ, коронавирусты еңеп, дауахананан сыҡҡан. Һауығыусыларҙың дөйөм һаны – 8 755.