+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Октябрь 2020, 20:39

Тәү сиратта – балалар хәүефһеҙлеге

Өфөлә консоль төрөндәге светофорҙар ҡуйыу дауам итә. Уларға светодиодлы яҡтыртҡыс менән юл билдәләре, хәрәкәт датчигы ҡуйылған. Шулай уҡ юлды яҡтыртҡыс махсус лампалары бар.

Өфөлә консоль төрөндәге светофорҙар ҡуйыу дауам итә. Уларға светодиодлы яҡтыртҡыс менән юл билдәләре, хәрәкәт датчигы ҡуйылған. Шулай уҡ юлды яҡтыртҡыс махсус лампалары бар.
Августа, яңы уҡыу йылы башланыр алдынан, “Уфагорсвет” ойошмаһы 17 яңы светофор ҡуйҙы. Светодиодтар һәм йүнәлтелгән яҡтыртҡыслы лампалар йәйәүлеләр юл аша сығырға килгәндә янып китә. Яңы светофорҙар тәү сиратта мәктәп биләмәһенән тура автомобиль юлына сыҡҡан урындарҙа ҡуйылған.
Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, яңы светофорҙар ҡаланың көньяғында урынлашҡан 86-сы гимназия (Конституция урамы), 10-сы мәктәп (Зенцов урамы), 71-се мәктәп (Донской урамы) , 25-се мәктәп (Утлауыҡ (Выгонная) урамы), 39-сы гимназия (Достоевский урамы), 78-се мәктәп (Олимпия урамы), 125-се мәктәп (Пионерҙар урамы), 89-сы мәктәп (Рязань урамы), 131-се мәктәп (Стадион урамы), 18-се мәктәп (С.Перовская урамы) эргәһендә, Лётчиктар урамындағы 8/2 һанлы йорт янында һәм башҡа участкаларҙа ҡуйылған. Әле Өфөнөң төньяҡ райондарында эштәр бара.
Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы начальнигы урынбаҫары Ғәфүр Ҡылысбаев әйтеүенсә, быйыл ҡалала юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса ҙур эштәр башҡарылған. Юл һыҙыҡтарының 90 проценты термопластик менән һыҙылған, был уның хеҙмәт итеү ваҡыты оҙайлыраҡ, тигәнде аңлата. Өс меңдән ашыу юл билдәһе ҡуйылған. Белем биреү учреждениелары янында йәйәүлеләр өсөн сикләгестәр 13 мең погонлы метр тәшкил итә.
Фото Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: