-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Октябрь 2020, 11:10

Стивен Сигалға рәхмәт әйткән

Байкал - донъялағы иң тәрән һәм таҙа күл. Ул шулай уҡ иң тәмле омуль балығы менән дә дан тота.

Байкал - донъялағы иң тәрән һәм таҙа күл. Ул шулай уҡ иң тәмле омуль балығы менән дә дан тота.
Омуль бөгөнгө көндә юҡҡа сығыу сигендә тора. Сөнки уны браконьерҙар күпләп тота һәм “ҡара” баҙарҙа юғары хаҡҡа һата.
Ҡиммәтле балыҡты һаҡлап алып ҡалыу, үрсетеү маҡсатында дәүләт махсус саралар күрә. Был эшкә йәмәғәтселек, билдәле шәхестәр ҙә йәлеп ителә. Изге эшкә үҙ өлөшөн билдәле Америка актеры, Голливуд йондоҙо Стивен Сигал да индерә икән. Рәсәй Президенты Владимир Путин Росрыболовство етәксеһе Илья Шестаков аша актерға был ғәмәле өсөн рәхмәтен еткереүҙе үтенде, тип яҙа “Яңылыҡтар” мәғлүмәт агентлығы.
Әйткәндәй, Байкал омулен һаҡалу һәм үрсетеү буйынса саралар уның популяцияһын 2023 - 2025 йылдарға тулыһынса тергеҙергә булышлыҡ итәсәк.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас в