+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Октябрь 2020, 14:44

Экологик тәрбиә бик мөһим

Ошо көндәрҙә Өфөлә “Төрлө төҫтәге өмәләр 2020” таҙалыҡ марафоны сиктәрендә өс белем биреү ойошмаһында 120 уҡыусы өсөн экология дәрестәре үткәрелде. Сара РФ президент гранттары фонды ярҙамы менән тормошҡа ашырылды.#миллипроект #нацпроекты #регпроекты #национальныепроектыБашкортостан #ЭкоБашкортостан

Ошо көндәрҙә Өфөлә “Төрлө төҫтәге өмәләр 2020” таҙалыҡ марафоны сиктәрендә өс белем биреү ойошмаһында 120 уҡыусы өсөн экология дәрестәре үткәрелде. Сара РФ президент гранттары фонды ярҙамы менән тормошҡа ашырылды.
#миллипроект #нацпроекты #регпроекты #национальныепроектыБашкортостан #ЭкоБашкортостан
БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, педагогтар һәм йәмәғәтселәр ҡатнашҡан экология дәрестәре сүп-сарға яуаплы ҡараш формалаштырыу, балаларҙа тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш тыуҙырыу, сүп-сарҙы айырым йыйырға, хәүефле ҡалдыҡтарҙы махсус контейнерҙарға һалырға өйрәтеү маҡсаты менән ойошторолдо.
– Мәктәптәрҙә педагогтар үҫеп килгән быуынға экологик белем биреүгә ҙур иғтибар биргәненә тағы бер тапҡыр инандым. Дәрестә балалар, бер-береһен бүлдереп, күп тапҡыр ҡуллана торған сумкалар ҡулланыуҙары, макулатура, ҡапҡастар, батарейкалар йыйыуҙары, шулай уҡ сүп-сарҙы айыра белеүҙәре, унда эшкәртеү өсөн сеймал күреүҙәре хаҡында һөйләне. Бындай балалар менән республикабыҙ киләсәге өсөн тыныс булырға мөмкин! – тине “Таҙа Өфө” автономиялы коммерция булмаған ойошмаһы директоры Елена Воробьева.
Дәрес ваҡытында уҡыусылар экологик мәсьәләләр хаҡында фекер алышты, шулай уҡ тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашты нығытыу өсөн кәрәкле булған белемдәр алды.
Республикала тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашты популярлаштырыу, экологик белем биреү системаһын үҫтереү “Экология” милли проекты сиктәрендә башҡарыла.
Фото БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: