+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Октябрь 2020, 12:18

Буласаҡ табиптар ярҙамға сыға

Башҡорт дәүләт медицина университетының студент-ординаторҙары һәм өлкән курс студенттары COVID-19-ҙан өйҙә дауаланыусы кешеләргә медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн поликлиникаларға ебәрелә.

Башҡорт дәүләт медицина университетының студент-ординаторҙары һәм өлкән курс студенттары COVID-19-ҙан өйҙә дауаланыусы кешеләргә медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн поликлиникаларға ебәрелә.
Был турала Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әйтеп үтте. “Коронавирус менән ауырыусыларҙың мөмкин тиклем күберәген стационарҙа дауаланыуҙан өйҙә дауаланыуға күсереү өсөн, амбулатор звеноның эшен көсәйтергә кәрәк”, – тине ул.
Буласаҡ табиптар беренсе сиратта терапевтарға коронавирустан амбулатор дауаланыусы пациенттарҙы күҙәтергә ярҙам итәсәк.
Поликлиникаларға медицина университетынан 285 ординатор ебәреләсәк, 600 ординатор республика дауаханаларында эшләй ҙә инде, тип яҙа «Башинформ».
Фото "Башинформ"дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: