-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Октябрь 2020, 11:20

Билдәле телсе-ғалим, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Мөхтәр Әхтәмов арабыҙҙан китте

Өфөлә 92-се йәшендә Башҡорт дәүләт университеты профессоры, телсе-ғалим Мөхтәр Әхтәмов арабыҙҙан китте. Коллегалары хәбәр итеүенсә, ул сирләгән, ковид-госпиталдә ятҡан. Ике ай элек улы – профессор Азамат Әхтәмов вафат булғайны.

Өфөлә 92-се йәшендә Башҡорт дәүләт университеты профессоры, телсе-ғалим Мөхтәр Әхтәмов арабыҙҙан китте. Коллегалары хәбәр итеүенсә, ул сирләгән, ковид-госпиталдә ятҡан. Ике ай элек улы – профессор Азамат Әхтәмов вафат булғайны.
Мөхтәр Әхтәмов 1929 йылдың 15 ғинуарында БАССР-ҙың Йылайыр кантоны Башҡорт Үргене ауылында (Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы) тыуған. Филология фәндәре докторы (1996), профессор (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2009), БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1989), Рәсәй Федерацияһының юғары һөнәри белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре (2001), 400-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән уҡыу-методик ҡулланма авторы.
1959 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлағас, 1961 йылға тиклем – БАССР-ҙың Мәғариф министрлығының мәктәп инспекторы, 1964 йылдан – Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре, 1972–2013 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы.
Ғилми эшмәкәрлеге башҡорт теленең лексикаһына һәм һүҙьяһалышына арналды. Әхтәмовтың «Хәҙерге башҡорт теле», «Хәҙерге башҡорт теле: лексикология, фразеология, лексикография» тигән китаптарында хәҙерге башҡорт телендә аҙ өйрәнелгән лексик-һүҙьяһалыш процестары тикшерелде.
Башҡорт теленең омонимдар (1966, 1986), антонимдар (1973, 1987), морфемалар (1982), грамматика (1994), кире һүҙлеге (1999), башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре һүҙлеге (2008) авторы; «Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге»н төҙөүселәрҙең береһе.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас в