+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Октябрь 2020, 17:32

Бибисара Азаматова китеп барҙы....

Халыҡ араһынан сыҡҡан бәрхәт тауышлы яратҡан йырсыбыҙ Бибисара Азаматова вафат булып ҡуйҙы. Уның ковид госпиталдә дауаланыуы билдәле ине.

Халыҡ араһынан сыҡҡан бәрхәт тауышлы яратҡан йырсыбыҙ Бибисара Азаматова вафат булып ҡуйҙы. Уның ковид госпиталдә дауаланыуы билдәле ине.
Күптән түгел генә ул социаль селтәрҙәрҙә үҙенең хәленең яҡшыра барыуын, оҙаҡламай һауығып сығасағын хәбәр иткәйне. Бөгөн иһә көтмәгәндә уның үлем хәбәре килде.
Бибисара Азаматова - Баймаҡ районында тыуып үҫеп, ғүмере буйы шул төбәктә төрлө вазифаларҙа эшләгән шәхес. Уның хеҙмәт юлы ябай секретарҙән һыра заводы директорына тиклем барып етә. Хеҙмәт ветераны, атҡаҙанған аҙыҡ-түлек индустрияһы хеҙмәткәре исемдәренә лайыҡ була.
Бибисара апай, ҙур сәхнәләрҙә йырсы булараҡ, үҙенең һәләтен хаҡлы ялда ғына асты. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә республика тамашасылары араһында популярлыҡ яулап өлгөрҙө.
Уның йөрәккә ятышлы бәрхәт тауышын да, йырҙарын да тамашасылар үҙ итте. Бибисара Азаматованың йырҙары һәр ваҡыт радиола ла, телевидение экрандарында ла яңғырап торҙо. Дәрәжәле конкурстарҙың лауреаттары булды. Йырсының гастролдәрен район-ҡалаларҙа көтөп алалар ине. Ләкин тормош беҙ теләгәнсә бармай, уның ҡанундары ауяһыҙ.
“Башҡортостан ҡыҙы” журналы исеменән яратҡан йырсыбыҙ Бибисара Азаматованың ғаиләһенең һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: