+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Октябрь 2020, 17:54

“Һаулыҡ поезы”н үткәреп ебәрмәгеҙ

“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы сиктәрендә табиптарҙың күсмә бригадалары, райондар буйлап йөрөп, халыҡ һаулығын тикшереүен дауам итә.

“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы сиктәрендә табиптарҙың күсмә бригадалары, райондар буйлап йөрөп, халыҡ һаулығын тикшереүен дауам итә. “Һаулыҡ поездары” график буйынса әле алты районда эшләй:
Өфө маршруты – 19 октябрҙән 23 октябргәсә Благовар районында;
Дыуан маршруты – 30 октябргә тиклем Дыуан районында;
Нефтекама маршруты – 19 октябрҙән 22 октябргә хәтлем Ҡалтасы районында;
Октябрьский маршруты – 19 октябрҙән 23 октябргә ҡәҙәр Әлшәй районында;
Стәрлетамаҡ маршруты – 19 октябрҙән 23 октябргә тиклем Күгәрсен районында;
Белорет маршруты – үҙ эшен тамамланы.
Акция башланғандан алып табиптар 25 226 кешене ҡараған, 14 993 тикшереү, шул иҫәптән 10 724 флюорография, 4 269 маммография үткәрелгән. 1 703 кешенең ҡанында – шәкәр, 1 665-ендә холестерин кимәле ҙур икәнлеге, 3 180-енең ҡан баҫымы юғары булыуы, 1 935-ендә артыҡ ауырлыҡ барлығы асыҡланған. 81 кешелә – яман шешкә, 108-ендә – шәкәр диабетына, 33-өндә туберкулезға шик булыуы билдәләнгән. Улар диагнозды асыҡлау өсөн артабан тикшереүгә ебәрелгән.
Акция 10 ноябргә тиклем дауам итә.
Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: