-8 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Октябрь 2020, 13:44

50 миллион һумлыҡ аппарат

Ишембай үҙәк район дауаханаһының нур менән диагностикалау бүлегендә компьютер томографияһы аппараты ҡуйылған. Тиҙҙән, медицина белгестәре аппарат менән мөғәләмә итергә өйрәнгәс, ул эшләй башлаясаҡ. Яңы томограф максималь теүәллек менән күп ауырыуҙарҙы, шул иҫәптән үпкәнең зарарланыуын да, күрһәтә. Был COVID–19 менән ауырыусыларға ярҙамды үҙ ваҡытында күрһәтергә мөмкинлек бирәсәк.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Ишембай үҙәк район дауаханаһының нур менән диагностикалау бүлегендә компьютер томографияһы аппараты ҡуйылған. Тиҙҙән, медицина белгестәре аппарат менән мөғәләмә итергә өйрәнгәс, ул эшләй башлаясаҡ.
Яңы томограф максималь теүәллек менән күп ауырыуҙарҙы, шул иҫәптән үпкәнең зарарланыуын да, күрһәтә. Был COVID–19 менән ауырыусыларға ярҙамды үҙ ваҡытында күрһәтергә мөмкинлек бирәсәк.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Canon фирмаһы етештергән 50 миллионлыҡ компьютер томографы күләмле һәм аныҡ һүрәт бирә. Аппарат коронавирус инфекцияһы менән көрәш программаһы буйынса федераль бюджеттан бүленгән аҡсаға алынған.
2020 йылда 13 яңы компьютер томографы алыу планлаштырылған. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса Сибай ҡала дауаханаһына – бер, Республика клиник онкология диспансерына 2 аппарат алыу ҡаралған. Коронавирус инфекцияһы менән көрәш программаһы буйынса федераль бюджеттан бүленгән аҡсаға Стәрлетамаҡтың 2-се ҡала дауаханаһына, Бөрө, Баймаҡ, Дүртөйлө үҙәк район дауаханаларына алынасаҡ. 8-се Өфө ҡала клиник, Октябрьский, Күмертау ҡала, Ишембай үҙәк район дауаханаларына аппарат алынған да инде. Башҡортостан Республикаһы ҡаҙнаһынан һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу сиктәрендә Учалы, Шишмә үҙәк район дауаханаларына алынасаҡ.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас в