0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Октябрь 2020, 12:26

Төньяҡ- көнбайыш башҡорттарының тарихын өйрәнеү дауам итә

Башҡортостандың стратегик тикшереүҙәр институты һәм “Шәжәрә” автономлы коммерция булмаған ойошма эскперттары, гражданлыҡ инициативаларын яҡлау фондының ярҙамы менән Балтас районында төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының тарихы буйынса материалдарҙың һәм фәнни-методик пособиеларҙың исем туйын үткәрҙе.

Институттың өлкән ғилми хеҙмәткәре Рәфил Аҫылғужин ике проект тәҡдим итте. Уның береһе “Башҡорт ырыуҙары һәм ауылдарының картаһы” булһа, икенсеһе “Башҡорт ырыуҙары һәм Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш ауылдарының картаһы”.
Шулай уҡ “Беҙ башҡортлар” тигән брошюра донъя күргән. Баҫма крайҙы өйрәнеүселәр өсөн методик пособие булып тора. Уның исем туйы менән стратегик тикшереүҙәр институтының социо-мәҙәниәт үҙәге етәксеһе, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов сығыш яһаны.
фото rdk-balt.ru сайтынан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: