-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Октябрь 2020, 15:48

Рәсимә Ураҡсинаға 70 йәш тулған булыр ине...

19 октябрҙә күренекле балалар шағирәһе, драматург, фольклорсы, тәржемәсе, педагог Рәсимә Ураҡсинаға 70 йәш тулған булыр ине.

19 октябрҙә күренекле балалар шағирәһе, драматург, фольклорсы, тәржемәсе, педагог Рәсимә Ураҡсинаға 70 йәш тулған булыр ине.
Рәсимә Ураҡсина Дәүләкән районының Яңы-Яппар ауылында тыуып үҫкән. Ғүмере буйы уҡытыусылыҡ хеҙмәтен яҙыусылыҡ эше менән бергә алып бара. Рәсимә Ураҡсина башлыса балалар өсөн яҙған әҫәрҙәре менән билдәле. Уның һүҙҙәренә композитор Әлфиә Зиннурова 40-лаған йыр яҙған.
Әҙибә башҡорт балалары фольклорын йыя, уның ике томын баҫтырып сығара. Рәсимә Миңнебулат ҡыҙының кескәйҙәр өсөн пьесаһы - Сибайҙың “Сулпан” балалар, Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрында ҡуйыла, Шекспир, Мольер һәм башҡа ижадсыларҙың әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә иткән.
Рәсимә Ураҡсина - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, мәғариф отличнигы һәм башҡа дәрәжәле исемдәргә эйә булған шәхес.
Башҡорт ҡатын- ыҙҙары араһынан сыҡҡан билдәле замандашыбыҙ яман шеш сиренән ваҡытынан алда вафат булып ҡуйҙы. Бөгөн социаль селтәрҙәрҙә уны хәтергә алыусылар, шағирәне юҡһыныуын, күпме яҙылмай ҡалған әҫәрҙәре хаҡында үкенес белдерҙе.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: