+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Октябрь 2020, 22:25

Президент грантына лидерҙар иҫәбендә

Башҡортостан Президент гранттарының беренсе конкурсына заявкалар тапшырыу буйынса тәүге биш төбәк исемлегенә ингән.

Башҡортостан Президент гранттарының беренсе конкурсына заявкалар тапшырыу буйынса тәүге биш төбәк исемлегенә ингән.
Төбәктәр араһында Президент гранттары өсөн алыш ҡыҙыу бара. 2021 йылға гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү буйынса Рәсәй Президенты грантына тәүге конкурс 15 октябрҙә тамамланды.
Унан билдәле булыуынса, Башҡортостан заявкалар һаны буйынса - 4-се , ә Волга буйы федераль округында беренсе урында тора.
Барлығы республика төрлө кимәлдәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн 400 заявка биргән. Ул Президент гранты фондының рәсми сайтында баҫылып сыҡҡан.
Рәсәй төбәктәренән 10 063 заявка ҡабул ителгән.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: