Республика Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә эпидемияға ҡаршы тороу өсөн һәр ойошмала медицина инспекторын билдәләргә ҡушты. Ул уҡыу йылы башында мәктәптәрҙә инспекторҙар тәғәйенләнеүен һәм тап уларҙың эше һөҙөмтәһендә уҡыу йорттарында коронавирус йоҡтороу осраҡтарының аҙ булыуын иҫкә төшөрҙө.
“Беҙ, хәлде анализлап, медицина инспекторҙары артабан да эшләргә тейеш, тигән ҡарарға килдек. Һәр учреждениела һәм ойошмала яуаплы хеҙмәткәр билдәләргә кәрәк – иртән ул кешеләрҙе ҡаршы ала, хәлен ҡарай, санитария ҡағиҙәләренең, битлек режимының үтәлешен тикшерә”, – тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе Башҡорт дәүләт университетына ҡыҫҡа онлайн уҡыу курсын ойошторорға ҡушты. БДМУ ректоры Валентин Павлов әйтеүенсә, университет сайтында бындай контент бар ҙа инде, медицина инспекторҙары өсөн айырым интернет-бит әҙерләнәсәк.
Радий Хәбиров программаның беренсе һөҙөмтәләре тураһында уға 22 октябрҙә хәбәр итеүҙе һораны.
Фото "Башҡортостан" телерадиокомпанияһы сайтынан алынды.