+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Октябрь 2020, 12:58

Муса Мортазин исеме мәңгеләштерелде

Стәрлетамаҡ ҡалаһында халҡыбыҙҙың күренекле улы Муса Мортазинға мемориаль таҡтаташ асылды.

Стәрлетамаҡ ҡалаһында халҡыбыҙҙың күренекле улы Муса Мортазинға мемориаль таҡтаташ асылды.
Ул 1921-1922 йылдарҙағы Башҡортостан Үҙәк башҡарма комитеты урынлашҡан бинала ҡуйылды. Әйтергә кәрәк, шәхестең тормош юлы Стәрлетамаҡ менән дә бәйле.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова әйтеүенсә, Муса Мортазин йәшәгән дәүер - илебеҙ өсөн иң ауыр һәм фажиғәле йылдарҙарҙың береһе.
- Муса Лут улы - илебеҙ тарихында сағыу эҙ ҡалдырған шәхес. Уның хаҡында байтаҡ ҡына әҙәби әҫәрҙәр яҙылған. Муса Мортазин исемендәге урамдар Учалы, Сибай, Баймаҡ ҡалаларында бар, тыуған ауылы Көсөктә музей асылған. Комбригтың тыуған яғы - Учалы районында ла һәйкәл ҡуйырға тәҡдим итәм.
Муса Мортазин – Граждандар һуғышы геройы, башҡорт автономияһы өсөн көрәш юлында башҡорт ғәскәре башында торған шәхестәрҙең береһе. 1918 йылда беренсе Башҡорт кавалерия полкы сафында Муса Мортазин Стәрлетамаҡ ҡалаһын һаҡлауҙа ла ҡатнашҡан.
Һуңынан Стәрлетамаҡта Башҡорт етәкселеге тарафынан хәрби эштәр буйынса нарком итеп тәғәйенләнә, 1922 йылда Башҡортостан Үҙәк башҡарма комитеты рәйесе булып эшләй.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: