+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Октябрь 2020, 16:05

“Көрәште көсәйтергә тейешбеҙ”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә, коронавирус таралыуға бәйле хәл тураһында һөйләп, республиканың “ауыр фазаға” инеүен билдәләне.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә, коронавирус таралыуға бәйле хәл тураһында һөйләп, республиканың “ауыр фазаға” инеүен билдәләне, бөтә дәүләт органдарының эпидемияға ҡаршы көрәште көсәйтергә тейешлеген белдерҙе.
“Аңлауығыҙса, хәҙер бөтә дәүләт органдарының эше коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәшкә йүнәлтелергә тейеш. Беҙ һеҙҙең менән тағы ауыр фазаға индек. Һәм хәл яҙғы осорға ҡарағанда ҡатмарлыраҡ. Мин мунипалитеттарҙың, бөтә дәүләт органдарының был тәңгәлдәге эште ойоштороуын һорайым. Беҙ һеҙҙең менән дүрт миллиондан ашыу халыҡтың һаулығы өсөн яуаплы”, – тине Радий Хәбиров.
Олег Яровиков фотоһы.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: