0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Октябрь 2020, 19:41

Хәҙер 3-сө балалар поликлиникаһы ла – һаҡсыл

Өфөнөң 3-сө балалар поликлиникаһында индерелгән “Һаҡсыл поликлиника” проекты медицина ярҙамы күрһәтеүҙе яҡшыртыу, сифатын арттырыу, табиптар менән пациенттар мөнәсәбәтен үҙгәртеүгә йүнәлтелгән. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Өфөнөң 3-сө балалар поликлиникаһында индерелгән “Һаҡсыл поликлиника” проекты медицина ярҙамы күрһәтеүҙе яҡшыртыу, сифатын арттырыу, табиптар менән пациенттар мөнәсәбәтен үҙгәртеүгә йүнәлтелгән.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Поликлиниканың бер бүлегендә проект 2018 йылда башланғыс алған. Бер йылдан тағы ике бүлектә капиталь ремонт үткәрелеп, теркәү, табиптар, лаборатория эше оптималләштерелгән. Шул рәүешле медицина учреждениеһында күберәк пациенттарҙы хеҙмәтләндереү, ҡабул итеү ваҡытын ҡыҫҡартыу мөмкинлеге барлыҡҡа килгән.
Табипҡа яҙылыу теркәү бүлегендә генә түгел, интернет һәм ошонда урынлашҡан инфоматтар аша ла башҡарыла. Электрон сират терминалы ҡуйылған.
Әле поликлиниканың көндөҙгө стационарында һәм 1-се педиатрия бүлегендә капиталь ремонт бара.
“Һаҡсыл поликлиника” проекты “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: