Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры Андрей Назаров Стәрлетамаҡта булып, унда йоғошло сирҙәр госпитале төҙөлөшө барышын ҡараны.
Проект буйынса, госпиталь яҡынса 15 мең квадрат метр майҙанды биләйәсәк. Андрей Назаров: “Ул, Өфө районының Зубово ауылындағы госпиталь төҙөлөшө тәжрибәһен иҫәптә тотоп, тышҡы яҡлап та, эстән дә камиллаштырып һалынасаҡ”, – тип билдәләне. Бында 60 бокс-палата, 14 реанимация булыр, тип күҙаллана. Шулай уҡ бала табыу һәм балалар бүлектәре эшләйәсәк, ҡабул итеү бүлеге буласаҡ. Госпиталгә хирургия бүлеге лә өҫтәлә: был коронавирус инфекцияһы менән сирләгән ауырыуҙарға операцияларҙы ошонда яһау мөмкинлеген бирәсәк. Медицина персоналы өсөн 40 урынлыҡ дөйөм ятаҡ һәм ҙурайтылған хужалыҡ блогы ла һалынасаҡ.
Премьер-министр объектты сафҡа индереүҙең ҙур әһәмиәтен билдәләп үтте.
‒ Беҙҙең алда мөһим бурыс – 1 декабрҙә үк тәүге паценттарҙы ҡабул итеү бурысы тора. Был Һаулыҡ һаҡлау министрлығының, Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының, Стәрлетамаҡ ҡалаһы властарының һәм, әлбиттә, төҙөүселәрҙең аныҡ, берҙәм эшен талап итә. Подрядсылар – Өфөләге йоғошло сирҙәр үҙәген сафҡа индергән төҙөүселәр. Улар ифрат ҙур тәжрибә туплаған, ‒ тине Андрей Назаров.
Госпиталь төҙөлөшөнә республика бюджетынан яҡынса 1,4 млрд. һум аҡса бүленә. Шул уҡ ваҡытта уны медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыу өсөн финанстар йәлеп итеү хаҡында Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән һөйләшеүҙәр алып барыла.
‒ Был дауахана бөтә заманса талаптарға яуап бирергә, донъя кимәлендәге клиникаларҙан һис айырылмаҫҡа тейеш, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Андрей Назаров.