+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Октябрь 2020, 19:52

Ауырыуҙар һаман да арта...

19 октябргә ҡарата республикала коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 9 809-ға еткән.

19 октябргә ҡарата республикала коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 9 809-ға еткән. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, аҙаҡҡы тәүлектә сир 68 ауырыуҙа табылған.
Бөгөнгө көндә стационарҙарҙа 125 сырхау ята, етәүһенең хәле ауыр, ти табиптар. Өйҙәрендә дауаланыусылар – 951.
Тәүлек эсендә туғыҙ кеше, сәләмәтләнеп, дауахананан ҡайтҡан. Эпидемия башынан бирле коронавирусты еңгән яҡташтарыбыҙ – 8 686. COVID-19-ҙан донъя ҡуйыусылар һаны үҙгәрешһеҙ ҡала – 47.
Һуңғы тәүлектә “дауахананан тыш пневмония” диагнозы 179 ауырыуға ҡуйылған, кисәле-бөгөнлө унан һауығыусылар – 165.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: