-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Октябрь 2020, 12:10

Алдағы өс көнгә һауа торошо

Көндәр йылынан һыуыҡҡа тартыла, ямғыр һәм ҡар көтөлә.

Көндәр йылынан һыуыҡҡа тартыла, ямғыр һәм ҡар көтөлә.
Республика синоптиктары хәбәр итеүенсә, бөгөн, 19 октябрҙә, урыны менән ямғыр яуа. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы +13-тән +18 градусҡа тиклем йыл буласаҡ.
Иртәгә, 20 октябрҙә, шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр көтөлә. Ел көньяҡтан талғын. Төндә 2 – 7 градус йылы булһа, көндәҙ термометр бағанаһы 11-гә тиклем күтәреләсәк.
21 октябрҙә төндә юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Көндөҙ ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы, температураның төндә 9 градусҡа тиклем һыуытыуы, ә көндәҙ +8 булыуы көтөлә.
Читайте нас: