+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Октябрь 2020, 11:03

АҠШ Ҡытайҙан ҡурҡа, ахыры

Америка Ҡушма Штаттары атом ҡоралдарын сикләү тураһында Рәсәй менән төҙөгән килешеүҙе оҙайтыу өсөн өҫтәмә талаптар ҡуя.

Америка Ҡушма Штаттары атом ҡоралдарын сикләү тураһында Рәсәй менән төҙөгән килешеүҙе оҙайтыу өсөн өҫтәмә талаптар ҡуя.
2021 йылдың февралендә Рәсәй менән АҠШ араһындағы стратегик һөжүм итеү ҡоралдарын сикләү тураһындағы өсөнсө килешеү (СНВ-3) үҙ көсөн юғалта. Уға ярашлы, яҡтар ерҙә, һыу аҫты кәмәләрендә, стратегик бомбардировщиктарҙа урынлаштырылған континет-ара баллистик ракеталар һанын 700-ҙән арттырмаҫҡа тейеш. Шулай уҡ уларға 1550 боеголовка һәм 800 ракеталарҙы осороу ҡоролмаларын тотоу рөхсәт ителә.
Вашингтон был килешеүгә Ҡытайҙың да ҡушылыуын теләй. Ә Мәскәү СНВ килешеүен өҫтәмә талаптар ҡуймайынса оҙайтыу яғында.
Ваҡыттың ныҡ сикле булыуын иҫәпкә алып, Рәсәй Президенты Владимир Путин стратегик һөжүм итеү ҡоралдарын сикләү тураһындағы килешеүҙе бер йылға төҙөп торорға һәм шул ваҡыт эсендә яңы шарттар буйынса һөйләшеүҙәр алып барырға тәҡдим итә.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: