Коронавирус инфекцияһы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле китергә уйламай. Һуңғы тәүлектә республикала 73 ауырыу өҫтәлгән. 16 октябргә ҡарата Башҡортостанда COVID-19-ҙы йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны – 9 609.
Әлеге мәлдә стационарҙарҙа ятыусылар – 118. Табип билдәләгән дауаны өйҙәрендә алыусылар – 810. Тәүлек эсендә 56 кеше, аяуһыҙ вирусты еңеп, дауахананан ҡайтҡан. Пандемия башланғандан алып COVID-19-ҙан барлығы 8 634 яҡташыбыҙ һауыҡҡан. Коронавирустан өҙөлгән ғүмерҙәр һаны үҙгәрешһеҙ ҡала – 47.
Үткән тәүлектә республикала 208 сырхауға “дауахананан тыш пневмония” диагнозы ҡуйылған, был сирҙән ҡотолоп, стационарҙан сығыусылар – 145.