+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Октябрь 2020, 19:15

Баҡалылар сыр яһай

Баҡалы сыры бер нисә йыл элек кенә әле яҡшы сифаты менән районда ғына түгел, республиканан ситтә лә яҡшы билдәле ине. Баҡалы май һәм сыр заводында 15 төрлө һөт продукцияһы етештерелде. Төп продукция булып 50 процентлы голланд сыры тора ине. Сыр Бөтә Рәсәй буйлап һатылды, бер нисә тапҡыр ил күләмендәге күргәҙмәләрҙә алтын һәм көмөш миҙалдар алды. 2013 йылда заводта сыр етештереү туҡтатылды, уны Дәүләкән һөт етештереү заводы һатып алды һәм бында тик һөт кенә эшкәртелә башланы. 2017 йылда ул банкротҡа әйләнде.Әле эшҡыуар-энтузиастар элекке данды ҡайтарыу өҫтөндә эштәр башҡара. Радик Нәбиев менән Юрий Трофимов кеүек эшмәкәрҙәр арҡаһында сыр етештереү тергеҙелә.

Баҡалы сыры бер нисә йыл элек кенә әле яҡшы сифаты менән районда ғына түгел, республиканан ситтә лә яҡшы билдәле ине. Баҡалы май һәм сыр заводында 15 төрлө һөт продукцияһы етештерелде. Төп продукция булып 50 процентлы голланд сыры тора ине. Сыр Бөтә Рәсәй буйлап һатылды, бер нисә тапҡыр ил күләмендәге күргәҙмәләрҙә алтын һәм көмөш миҙалдар алды. 2013 йылда заводта сыр етештереү туҡтатылды, уны Дәүләкән һөт етештереү заводы һатып алды һәм бында тик һөт кенә эшкәртелә башланы. 2017 йылда ул банкротҡа әйләнде.
Әле эшҡыуар-энтузиастар элекке данды ҡайтарыу өҫтөндә эштәр башҡара. Радик Нәбиев менән Юрий Трофимов кеүек эшмәкәрҙәр арҡаһында сыр етештереү тергеҙелә.
Улар бала саҡтан таныш булған тәмле сырҙы етештереү идеяһы менән яна башлай. Бының өсөн “Партнер” ауыл хужалығы һатыу һәм тәьмин итеү ҡулланыу кооперативы булдыралар. Элекке Баҡалы сыр һәм май етештереү заводы бинаһын һатып алалар, “Ауыл хужалығы ҡулланыусылар йәмғиәттәренең матди-техник нигеҙен үҫтереү” федераль программаһында ҡатнашалар. Һатып алынған йыһаздың 60 проценты – грант иҫәбенә, 40 проценты үҙ аҡсаларына алынған. Эш урындары булдырылған.
Әлегә цех рецептура һайлай, технологик процесты өйрәнә, яйға һала. Көн һайын бында 850 литр һөт эшкәртелә, 50 баш голланд сыры етештерелә. Сыр ноябрҙә өлгөрөп, райондың һатыу нөктәләренә сығасаҡ.
Сыр таҙалыҡ, иғтибар, изге күңелде ярата, шуға ла һөттөң сифатына һәм барлыҡ технологияларҙы һаҡлауға ҙур иғтибар бирелә. Һөттө райондың ауыл хужалығы предприятиеларынан алалар. Улар шулай уҡ кооператив ағзалары булып тора. Әле “Партнер” кооперативы 17 ауыл хужалығы етештереүсеһен берләштерә.
Киләсәктә цех ике сменала эшләр, эш урындары 20-гә тиклем артыр, һөт, кефир, йогурт, эремсек кеүек башҡа һөт ризыҡтары ла етештерелер, тип ниәт ҡоралар.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: