Республика мәктәптәрендә балаларҙы ашатыу сифатын тикшереү барышында лабораторияға оҙатылған ризыҡ өлгөләренең 16 проценты норматив талаптарға яуап бирмәне, тип белдерә республиканың Сауҙа комитеты рәйесе Алексей Гусев.
Порцияларҙы һалып еткермәйҙәр, иҫкергән йә балалар өсөн тәғәйенләнмәгән аҙыҡ-түлектән ризыҡ әҙерләйҙәр икән.
Балаларҙың мәктәптә туҡланыуын Президент Владимир Путин үҙе контролдә тота. Уның 29 сентябрҙә биргән күрһәтмәһе буйынса Роспотребнадзор тикшереүҙәр алып бара. 15 ноябрҙә уның һөҙөмтәләре буйынса был надзор орган ил етәксеһенә доклад бирергә тейеш, тип хәбәр ителә Кремлдең сайтында.