-14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Октябрь 2020, 18:33

Һаҡсыл етештереүгә өйрәнәләр

“Башвтормет” ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре Төбәк компетенциялар үҙәге тренерҙары ойошторған һаҡсыл етештереү нигеҙҙәре буйынса тренингтар үтте. “Башвтормет” акционерҙар йәмғиәте – Башҡортостандағы ҡара һәм төҫлө металл йыйыу һәм эшкәртеү өлкәһендә эшләгән ҙур предприятие. Ул “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проектында ҡатнаша. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

“Башвтормет” ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре Төбәк компетенциялар үҙәге тренерҙары ойошторған һаҡсыл етештереү нигеҙҙәре буйынса тренингтар үтте.
“Башвтормет” акционерҙар йәмғиәте – Башҡортостандағы ҡара һәм төҫлө металл йыйыу һәм эшкәртеү өлкәһендә эшләгән ҙур предприятие. Ул “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проектында ҡатнаша.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Тренингта ҡатнашыусылар әйтеүенсә, практика белгестәргә һаҡсыл етештереү принциптарын һәм ысулдарын ҡулланыуҙың маҡсатҡа ярашлы булыуын аңларға ярҙам иткән. Шулай уҡ идара итеүҙә, етештереүгә анализ яһап, һөҙөмтәле ҡарар ҡабул итә белеүҙең кәрәклеген, минималь үҙҡиммәт менән эшләп, максималь табыш алыу мөмкинлеген күрһәткән.
БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Айрат Фәхретдинов әйтеүенсә, республика Хөкүмәте сәнәғәт, ауыл хужалығы, төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, транспорт өлкәһендә эшләгән 85 ойошма менән ошондай проекттарҙа ҡатнашыу тураһында килешеү төҙөгән.
Фото БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас в