+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Октябрь 2020, 11:08

Ситтә йәшәгән ҡәрҙәштәребеҙгә – башҡорт китаптары

Ырымбур, Силәбе, Һамар, Һарытау, Ҡурған, Свердловск өлкәләрендә һәм Пермь крайында үҙҙәренең аҫаба ерендә йәшәгән ҡәрҙәштәребеҙ туған телдә сыҡҡан яңы китаптар менән танышыу мөмкинлегенә эйә булды.

Ырымбур, Силәбе, Һамар, Һарытау, Ҡурған, Свердловск өлкәләрендә һәм Пермь крайында үҙҙәренең аҫаба ерендә йәшәгән ҡәрҙәштәребеҙ туған телдә сыҡҡан яңы китаптар менән танышыу мөмкинлегенә эйә булды.
Ошо көндәрҙә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана атап үтелгән Рәсәй төбәктәре китапханаларына 4386 дана китап ебәрҙе. Йыйылмаға Ш. Бабич, М. Кәрим, З. Биишева, Р. Бикбаев, Н. Мусин, Т. Ғәниева, Р. Назаров, Ғ. Ибраһимов, Ф. Туғыҙбаева, Н. Сәлимовтың китаптары, шул иҫәптән балалар әҙәбиәте, фәнни-популяр һәм тарихи йыйынтыҡтар, русса-башҡортса, башҡортса-русса һүҙлектәр, хәҙерге әҙәби башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге инде.
Был мөһим сара «Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеген нығытыу һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының этномәҙәни үҫеше» дәүләт программаһының «Башҡорт халҡының этник үҙенсәлеген һаҡлау һәм үҫтереү» ярҙамсы программаһын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә атҡарылды.
Төҙөлгән килешеүгә ярашлы, китаптар менән аукционда еңеп сыҡҡан Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте тәьмин итте.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: