-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Октябрь 2020, 17:27

Өфө рестораторҙары – миһырбанлыҡ акцияһында

Баш ҡалабыҙҙың ете кафе һәм рестораны хужалары Өфө хосписы ҡурсалаған ауырыуҙарға ярҙам өсөн аҡса йыйыу маҡсатында миһырбанлыҡ акцияһы үткәрергә булған.

Баш ҡалабыҙҙың ете кафе һәм рестораны хужалары Өфө хосписы ҡурсалаған ауырыуҙарға ярҙам өсөн аҡса йыйыу маҡсатында миһырбанлыҡ акцияһы үткәрергә булған. Ай буйына улар үҙҙәренең ҡунаҡтарына үҙенсәлекле эсемлектәр һәм тәмлекәстәр тәҡдим итәсәк. Акция быйыл 10 октябрҙә уҙғарылған Бөтә донъя паллиатив һәм хоспис ярҙамы көнөнә арнала.
PIANOCAFE8 кафеһы сәтләүек һәм шоколад ҡушып махсус әҙерләнгән печенье һатасаҡ. “КлюкоVка” бары, MyBAR и MyBAR-караоке сәй һәм ҡәһүә һатып, был изге эшкә үҙ өлөшөн индерәсәк. “Smoky People” рестораны H2O компанияһы менән берлектә шулай уҡ һәр сынаяҡ ҡәһүәнән ингән керемдең бер өлөшөн бирәсәк. “Питерса шаурма” һәр тәмлекәстән берәр һум күсерәсәк. Ризыҡтарҙы илтеп биреүсе «Дорадо» рестораны чизкейк һатыуҙан кергән табышты был маҡсатҡа йүнәлтәсәк. ⠀
“Ҡайһы берҙә миһырбанлыҡ беҙҙән бик алыҫ, хәлебеҙҙән килмәҫтәй эш һымаҡ тойола. Ләкин бер сынаяҡ тәмле ҡәһүә йәки сәй һатып алып та, башҡаларға ярҙам итергә мөмкин”, – ти “Өфө хосписы” ойошмаһының юридик шәхестәр менән эшләү буйынса координаторы Виктория Богушевская.
Акция 10 ноябргә тиклем дауам итәсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: Өфө эргәһендә, Башҡортостан сәскәләре биҫтәһендә хоспис стационары төҙөлөшө бара. 60 урынға иҫәпләнгән был хоспис Рәсәйҙә иң ҙурыһы буласаҡ. Унда дауалап булмаҫтай сирҙәргә тарыған балаларға һәм өлкәндәргә ярҙам итеүсе алты күсмә бригада эшләйәсәк, тип күҙаллана. Хоспис бинаһы 2021 йылдың көҙөндә сафҡа индерелергә тейеш. Уны төҙөү барышына контроллек итеү өсөн “Өфө хосписы” автоном коммерция булмаған медицина ойошмаһы булдырылған. Ул әле үк ауыр сирле балаларға һәм өлкәндәргә өйҙәрендә паллиатив ярҙам күрһәтә. Башҡортостанда әле 23 меңдән ашыу оло кеше һәм 680 бала ғүмерҙе ҡыҫҡартыусы ҡаты сир менән ауырый.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: