+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Октябрь 2020, 22:13

47 булып киттеләр...

Республикабыҙҙа коронавирус тағы ла бер кешенең ғүмерен алып китте.

Республикабыҙҙа коронавирус тағы ла бер кешенең ғүмерен алып китте. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы COVID-19 вирусынан Өфөлә йәшәүсе 1954 йылғы ирҙең донъя ҡуйыуы хаҡында хәбәр итә. Шәкәр диабеты, аорта атеросклерозы, хроник пиелонефрит – ул ошо ауырыуҙарҙан да яфаланған булған. Шәфҡәтһеҙ сир ҡорбандары хәҙер 47-гә етте...
Тәүлек эсендә коронавирус йәнә 69 ауырыуҙа раҫланған. Эпидемия башланғандан алып 15 октябргәсә инфекцияны барлығы 9 536 яҡташыбыҙ йоҡторған.
Бөгөнгө көндә дауаханала ятыусылар – 109. Уларҙың өсәүһенең хәле ауыр. Берәүһе яһалма һулыш аппараты ярҙамында йәшәү өсөн көрәшә. Амбулатор дауа алыусылар – 802. Кисәле-бөгөнлө 82 кеше, сирҙән ҡотолоп, дауахананан сыҡҡан. Коронавирустан һауығыусыларҙың дөйөм һаны – 8 578.
Республикала пневмония менән сирләүселәрҙәр ҙә арта. Тәүлек эсендә үпкә ялҡынһыныуы 198 сырхауҙа асыҡланған,155 кеше унан һауыҡҡан.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: