-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Октябрь 2020, 19:18

24 балалар баҡсаһы, 100 ФАП... асыласаҡ

Республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән Башҡортостандың стратегик үҫеше буйынса эш кәңәшмәһе барышында БР Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары – республика Хөкүмәте аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов Башҡортостанда милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙың әлегә тиклемге һөҙөмтәләре һәм 2020 йылдың аҙағына тиклем бурыстар хаҡында һөйләне.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән Башҡортостандың стратегик үҫеше буйынса эш кәңәшмәһе барышында БР Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары – республика Хөкүмәте аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов Башҡортостанда милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙың әлегә тиклемге һөҙөмтәләре һәм 2020 йылдың аҙағына тиклем бурыстар хаҡында һөйләне.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
– Быйыл 50 төбәк проектын бойомға ашырыуға 30,7 миллиард һум аҡса ҡаралған. Уның 19,6 миллиард һумы – федераль ҡаҙнанан. Был үткән йылдағыға ҡарағанда 30 процентҡа артыҡ, – тине Илшат Тажетдинов. – Федераль ярҙам алыу күләме буйынса республика Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләй.
Башҡортостанда быйыл 24 яңы балалар баҡсаһы, 2 мәктәп, онкология диспансерының хирургия корпусына төкәтмә, 100 ФАП төҙөләсәк, Сибай концерт-театр берекмәһе бинаһы, ауыл мәҙәниәт йорттары яңыртыласаҡ.
– Республикаға милли проекттарҙы һәм башҡа программаларҙы бойомға ашырыуға бүленгән федераль аҡсалар һәр объектҡа барып етергә тейеш. Быны ҡаты күҙәтеү аҫтында тоторға кәрәк, – тине Радий Хәбиров.
Фото БР Хөкүмәтенең рәсми сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас в