+17 °С
Дождь
Новости
14 Октября 2020, 05:45

Йылы көндәр аҙна аҙағына тиклем һаҡлана

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республикала йылы көндәр аҙна аҙағына тиклем һаҡлана. Яуым-төшөм көтөлмәй.

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республикала йылы көндәр аҙна аҙағына тиклем һаҡлана. Яуым-төшөм көтөлмәй.
14, 15 октябрҙә һауа температураһы төнгө сәғәттәрҙә +2,+7, урыны менән 0,-5, көндөҙ +14,+19 градус була. 16 октябрҙә йылы һауа торошо һаҡлана, ләкин болоттарҙың йыйылыуы сәбәпле көндөҙ +11,+16 градус йылы көтөлә. Атмосфера фронты яҡынлашҡас, урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы мөмкин. Ял көндәрендә иһә республика һалҡын һауа фронты тәҫире аҫтына эләгә, температура көндөҙ +7,+13 градусҡа тиклем түбәнәйер, тип фаразлана.
Читайте нас