+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Октябрь 2020, 17:56

Һыу буйҙары гөл генә

“Рәсәй һыуы” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә Республика волонтерҙар үҙәге ирекмәндәре ярҙамында 13 октябрҙә Өфөлә “Таҙа ярҙар” марафоны үтте. Сара барышында ирекмәндәр менән битараф булмаған һәр кем 9,5 тонна сүп-сар йыйған. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

“Рәсәй һыуы” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә Республика волонтерҙар үҙәге ирекмәндәре ярҙамында 13 октябрҙә Өфөлә “Таҙа ярҙар” марафоны үтте. Сара барышында ирекмәндәр менән битараф булмаған һәр кем 9,5 тонна сүп-сар йыйған.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Ҡариҙел – Өфө йылғаһы яры йәй буйы йыйылған сүп-сарҙан таҙартылды. Был ҡала халҡы өсөн айырыуса әһәмиәтле, йылғанан эсергә һыу алына бит.
Акция барышында РФ Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығының “Һыу хужалығы комплексы үҫеше мәғлүмәт-аналитика үҙәге” федераль дәүләт бюджет учреждениеһы директоры Илья Разбаш һәм БР тәбиғәтте ҡулланыу һәм экология министры Урал Искәндәров һыу ятҡылыҡтарындағы экологик хәл һәм уны яҡшыртыу хаҡында һөйләне.
Башҡортостан Республикаһы бер нисә йыл рәттән “Экология” милли проектының “Уникаль һыу объекттарын һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә бойомға ашырылған “Рәсәй һыуы” Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнаша. Саралар йыл һайын бөтә республика биләмәһендә апрелдән алып октябргәсә үткәрелә һәм “Йәшел Башҡортостан” республика экологик белем биреү проектының планына ингән.
2020 йылдың октябренә “Уникаль һыу объекттарын һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә Башҡортостанда һыу объекттарының ярҙарын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса 400 сара үткән. Унда 20 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. 1900 саҡрым ер таҙартылған.
Биш йыл эсендә “Рәсәй һыуы” акцияһы илдә үткәрелгән иң ҙур башланғыс тип танылды. Ул 5 миллион кешене берләштергән.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: