0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Октябрь 2020, 11:55

“Стимул” буйынса мәктәп

Торлаҡ төҙөлөшө үҫеше программаларына этәргес биреү – “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сараларының береһе. 2020 йылда “Стимул” программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Булгаково ауылында 825 урынға иҫәпләнгән мәктәп төҙөү башланды.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

“Стимул” буйынса мәктәп
Торлаҡ төҙөлөшө үҫеше программаларына этәргес биреү – “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сараларының береһе. 2020 йылда “Стимул” программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Булгаково ауылында 825 урынға иҫәпләнгән мәктәп төҙөү башланды.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Дәүләт заказсыһы булып Башҡортостан Республикаһы капиталь төҙөлөш идаралығы тора, генераль подрядсы – “БашГражданСтрой” ЯСЙ. Проект документацияһын “Башагропромпроект” ойошмаһы әҙерләгән.
Белем биреү ойошмаһының дөйөм майҙаны 13 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил итәсәк. Проект буйынса бина өс ҡатлы буласаҡ.
Мәктәп биләмәһендә ял итеү һәм физкультура-спорт зоналары билдәләнгән. Ял итеү зонаһы күп кеше йыйылып үткәрелгән саралар, хәрәкәтле уйындар һәм тыныс ял итеү өсөн майҙансыҡтарҙы үҙ эсенә ала. Физкультура-спорт зонаһы иһә баскетбол, волейбол, гимнастика майҙансыҡтарынан тора. Йүгереү юлдары, оҙонлоҡҡа һикереү урыны, футбол, спорт тренажерҙары майҙандары ла ҡаралған.
Объект хәрәкәте сикләнгәндәр өсөн уңайлы буласаҡ. Бинала өс лифт урынлаштырыла.
Әле бинаның нигеҙе буйынса эштәр тамамланған. Төҙөлөш эштәре менән бер үк ваҡытта инженер селтәрҙәре үткәрелә.
Төҙөлөш-монтаж эштәре 2021 йылдың йәйе аҙағына тамамларға ниәтләнәләр.
Фото БР төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: