-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Октябрь 2020, 17:40

Сәләмәтлек маршруттары буйлап

Башҡортостанда барған ”Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы сиктәрендә табиптарҙың күсмә бригадалары райондарҙа халыҡ һаулығын тикшереүҙе дауам итә.

Башҡортостанда барған ”Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы сиктәрендә табиптарҙың күсмә бригадалары райондарҙа халыҡ һаулығын тикшереүҙе дауам итә. Акцияға күсмә Сәләмәтлек үҙәктәре һәм ФАП-тар, флюорографтар һәм маммографтар, Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының һәм кардиология үҙәгенең диагностика үҙәктәре, республика стоматология поликлиникаһы модуле йәлеп ителгән.
Акция башланғандан алып 23315 кеше ҡаралған, 13612 тикшереү, шул иҫәптән 9625 флюорография, 3987 маммография үткәрелгән. 1596 кешенең ҡанында шәкәр кимәле юғары булыуы, 1540-ында – холестерин күплеге, 2968-ендә – юғары ҡан баҫымы, 1793-өндә артыҡ ауырлыҡ асыҡланған. 73 ауырыуҙа яман шешкә, 93-өндә – шәкәр диабетына, 24-ендә туберкулезға шик булыуы билдәләнгән. Сир асыҡланған, йәки уға шик тыуған һәр осраҡта ла кешеләр диагнозды аныҡлау өсөн артабан тикшереүгә, дауалауға ебәрелгән һәм контролгә алынған.
Табиптарҙың күсмә бригадалары алты районда түбәндәге график буйынса үҙ эшен дауам итә:
– Өфө маршруты – 13 октябрҙән 16 октябргә тиклем Саҡмағош районында;
– Дыуан маршруты – 13 октябрҙән 30-ына ҡәҙәр Дыуан районында;
– Нефтекама маршруты – 13 октябрҙән 16 октябргәсә Нефтекама ҡалаһында;
– Октябрьский маршруты – 13 октябрҙән 16 октябргә хәтлем Миәкә районында;
– Стәрлетамаҡ маршруты – 13 октябрҙән 16 октябргә тиклем Көйөргәҙе районында;
– Белорет маршруты – үҙ эшен тамамлаған.
Акция үткәреү хаҡында урындарҙа халыҡҡа киң мәғлүмәт саралары аша хәбәр ителә. Табиптар “йәнле сират” буйынса ҡабул итә, алдан яҙылыу кәрәкмәй.
“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы 10 ноябргә тиклем дауам итәсәк.
Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: