Рәсәй менән Сауд Ғәрәбстанын сағыштырыу, бер таҡтаға ҡуйып, уртаҡлыҡтарын табыу мөмкин түгел һымаҡ.
Шулай ҙа бар ике илдең оҡшашлығы – улар нефть державалары. Һәм, әлбиттә, ике дәүләт эшмәкәрҙәренең уртаға һалып һөйләшер мәсьәләләре лә бихисап.
Президент Владимир Путин Сауд Ғәрәбстанының тәхет биләр принцы Мөхәммәт Бен Сәлмән Әл Сауд менән телефондан һөйләште, тип хәбәр итә Кремлдең матбуғат хеҙмәте. Бәйләнеш саудтар яғы теләге менән ойошторолған икән.
Энергия сығанаҡтарының донъя баҙарында хәлдәр, ОПЕК+ форматында хеҙмәттәшлекте дауам итеү кеүек мөһим һорауҙар тирәһендә барҙы һөйләшеү, тиелә матбуғат хеҙмәте белдереүендә.