Федераль Роспотребнадзор бөтә төбәктәрҙә лә эпидемиологик миҙгел башында COVID-19-ҙың нисек таралыуын асыҡлаусы скрининг мониторингын үткәрергә ҡушҡан. Яҡын арала республикала тикшереү уҙасаҡ дүрт мәктәп, өс махсус урта уҡыу йорто, өс юғары уҡыу йорто билдәләнергә тейеш. Һәр береһендә осраҡлы рәүештә 10 уҡыусыны һайлап, танауҙан һәм ауыҙ ҡыуышлығынан коронавирусҡа анализ аласаҡтар, тип хәбәр итә Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.