-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Октябрь 2020, 19:41

Ауырыуҙар көн дә арта

Башҡортостанда, бөтә илдәге һәм донъялағы кеүек, коронавирус менән ауырыусылар көндән-көн арта бара.

Башҡортостанда, бөтә илдәге һәм донъялағы кеүек, коронавирус менән ауырыусылар көндән-көн арта бара. 14 октябргә ҡарата COVID-19-ҙы йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 9467-гә еткән. Тәүлек эсендә сир тағы 65 ауырыуҙа асыҡланған (кисә 54 ине).
Әлеге мәлдә республикала йәмғеһе 925 сырхау коронавирустан дауалана. Шуларҙың 110-ы дауаханала ята. Сирҙе еңел үткәреүсе 815 кеше амбулатор дауа ала. Аҙаҡҡы тәүлектә 74 яҡташыбыҙ, был инфекциянан һауығып, стационарҙан сыҡҡан.
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, үпкәләре ялҡынһынған ауырыуҙар ҙа киҫкен күбәйә. Һуңғы тәүлектә был диагноз 216 (13 октябрҙәгенән 65-кә күберәк) кешегә ҡуйылған. Кисәле-бөгөнлө пневмониянан сәләмәтләнеүселәр – 172.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: