+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Октябрь 2020, 18:11

Һаулыҡ – ҙур байлыҡ

Хәйбулла районының Татыр-Үҙәк ауылында яңы фельдшер-акушер пункты асылды. Бында 1176 кеше беренсел медицина-санитар ярҙам аласаҡ. Яңы ФАП-тың майҙаны – 92 квадрат метр.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Хәйбулла районының Татыр-Үҙәк ауылында яңы фельдшер-акушер пункты асылды. Бында 1176 кеше беренсел медицина-санитар ярҙам аласаҡ. Яңы ФАП-тың майҙаны – 92 квадрат метр.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Элекке фельдшер-акушер пункты санитар нормаларға тап килмәгән. Ул ауыл хакимиәте бинаһында урынлашҡан булған. Хәҙер ауыл халҡы өсөн яҡты, йылы, уңайлы ФАП ишеген асты. Ул барлыҡ заманса талаптарға һәм санитар нормаларға яуап бирә. Кәрәкле ҡоралдар һәм йыһаздар менән тәьмин ителгән.
Быйыл районда биш фельдшер-акушер пункты эксплуатацияға тапшырыласаҡ. Сентябрҙә Оло Әбештә ФАП асылған. Тиҙҙән Степной, Әбүбәкер, Атингән ауылдарында ла фельдшер-акушер пункттары асыласаҡ.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: