0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Октябрь 2020, 12:01

Яңы ФАП – Әбйәлилдә

Әбйәлил районы Йәлембәт ауылында яңы фельдшер-акушер пункты асылды. #миллипроект #нацпроекты #национальныепроектыБашкортостан

Әбйәлил районы Йәлембәт ауылында яңы фельдшер-акушер пункты асылды.
#миллипроект #нацпроекты #национальныепроектыБашкортостан
Фельдшер-акушер пункты кәрәкле медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Унда йылы, яҡты, эш өсөн бар шарттар булдырылған. Прививка эшләү өсөн, фельдшер кабинеттары, санитар бүлмә, санузел эшләнгән.
– Ауыл халҡына, алыҫҡа китмәй генә, уңайлы шарттарҙа план буйынса һәм кисектергеһеҙ медицина ярҙамы алырға, профилактик саралар, диспансеризация үтергә, шулай уҡ дарыуҙар алырға мөмкинлек тыуҙы, – ти Район үҙәк дауаханаһының баш табибы Илгиз Килдейәров.
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, яңы ФАП 397 кешене хеҙмәтләндерәсәк, уларҙың 127-һе – балалар. Пациенттарҙы Лилиә Хисаметдинова ҡабул итәсәк. Ул “Ауыл фельдшеры” программаһы буйынса эш башлаған.
Фельдшер-акушер пункты “Һаулыҡ һаҡлау” милли пректын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлгән.

Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан алынды.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: