+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Октябрь 2020, 10:58

Сит ил телдәрен өйрәнеү өсөн

Благовар районының модель үҙәк китапханаһы нигеҙендә сит ил телдәре өйрәнеү өсөн лингафон кабинеты асылған. Әле лингафон кабинетына Языково ауылы мәктәбенең өлкән класс уҡыусылары килә. Унда инглиз һәм немец телдәрен өйрәнергә мөмкинлек бар. Киләсәктә башҡорт телен өйрәнеү өсөн программа алырға ниәтләйҙәр.#миллипроект #нацпроекты #национальныепроектыБашкортостан

Благовар районының модель үҙәк китапханаһы нигеҙендә сит ил телдәре өйрәнеү өсөн лингафон кабинеты асылған.
Әле лингафон кабинетына Языково ауылы мәктәбенең өлкән класс уҡыусылары килә. Унда инглиз һәм немец телдәрен өйрәнергә мөмкинлек бар. Киләсәктә башҡорт телен өйрәнеү өсөн программа алырға ниәтләйҙәр.
#миллипроект #нацпроекты #национальныепроектыБашкортостан
БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, лингвокласс өсөн 4 ноутбук алынған. Улар кәрәкле программа менән тәьмин ителгән. Лингафон кабинетында эш белем биреүҙең сифатын күтәреүгә, уҡыу ваҡытын һөҙөмтәлерәк ҡулланыуға, уҡыусыларҙы махсус рәүештә булдырылған сит тел мөхите менән солғауға булышлыҡ итә.
Лингафон кабинеты “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә асылған.
Үҙәк модель китапханаһы нигеҙендә шулай уҡ мультстудия эшләй. Бында балалар мульфильмдар төшөрөргә өйрәнә. Музыка ҡоралдары ла алынған. Электрон уҡыу залында интернет селтәрендә эшләү мөмкинлеге бар. Барлыҡ мөмкинлектәр менән благоварҙар түләүһеҙ ҡуллана ала.
Фото БР Мәҙәниәт министрлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: