Мәктәптәрҙә көҙгө каникулдар оҙайтыла. Был турала республика Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә белдерҙе.
Уҡыусыларҙың ялы 17 октябрҙә башлана һәм 4 ноябргә тиклем дауам итәсәк.
Республиканың мәғариф министры Айбулат Хажин һүҙҙәренсә, республика буйынса 983 уҡыусы киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләй. Үкенескә ҡаршы, коронавирус менән сирләүсе балалар ҙа бар. Уларҙың һаны - 150-нән ашыу, ә 4800-гә яҡын уҡыусы ауырыуҙар менән бәйләнештә булған өсөн карантинда ултыра.
Каникулды оҙайтыу инфекцияның киң таралыуына юл ҡуймау маҡсатын тота.