-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Октябрь 2020, 18:48

Көн ҡаҙағында – ауыл биләмәләре

12 октябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль әһәмиәтле ауыл хужалығы продукцияһы һәм аҙыҡ-түлек, эшкәртеү сәнәғәте менән хәлгә мониторинг үткәреү буйынса оператив штаб ултырышында ҡатнашты. Видеоконференцияны Рәсәй ауыл хужалығы министры Дмитрий Патрушев үткәрҙе. Ултырышта ҡатнашыусылар төбәктәрҙә уңыш йыйыу кампанияһы һөҙөмтәһе һәм өлкә дәүләт программаһы сиктәрендә ауыл биләмәләре үҫеше мәсьәләләре хаҡында һөйләште.

12 октябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль әһәмиәтле ауыл хужалығы продукцияһы һәм аҙыҡ-түлек, эшкәртеү сәнәғәте менән хәлгә мониторинг үткәреү буйынса оператив штаб ултырышында ҡатнашты. Видеоконференцияны Рәсәй ауыл хужалығы министры Дмитрий Патрушев үткәрҙе.
Ултырышта ҡатнашыусылар төбәктәрҙә уңыш йыйыу кампанияһы һөҙөмтәһе һәм өлкә дәүләт программаһы сиктәрендә ауыл биләмәләре үҫеше мәсьәләләре хаҡында һөйләште.
– Агросәнәғәт комплексында иң көнүҙәк мәсьәлә – уңыш йыйыуҙы тамамлау һәм ужым сәсеү. Әммә башҡа мәсьәләләр ҙә иғтибарһыҙ ҡала алмай. Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү буйынса сараларҙы бойомға ашырыуға 2020 йылда 35,9 миллиард һум аҡса йүнәлтелде. Күп төбәктәр дөйөм алғанда үҙенә алған йөкләмәләрҙе үтәй, төҙөлөш һәм ремонт эштәрен ваҡытында башҡара, – тине Дмитрий Патрушев. – Федераль аҡсаларҙың ҙур лимитының береһе Башҡортостан Республикаһына тап килә.
Башҡортостан Башлығы ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү буйынса төп эш йүнәлештәре хаҡында һөйләне. 2020 – 2022 йылдарҙа республика сараларын финанслауҙың дөйөм күләме 5,16 миллиард һум тәшкил итә. Уның 2,62 миллиард һумы – федераль ярҙам.
– 2020 йылда беҙ дөйөм хаҡы 1,4 миллиард һум булған төрлө 145 объектты тапшырырға тейешбеҙ. Ауылдарҙа 20 мең квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөргә һәм 3,4 мең квадрат метрҙы граждандарға социаль файҙаланыу килешеүе буйынса тапшырырға ниәтләйбеҙ. Шулай уҡ 23 балалар спорт майҙаны, һыу һәм газ селтәрҙәре төҙөргә, 200 ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар майҙансығын төҙөкләндерергә планлаштырабыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Республика Башлығы шулай уҡ ауыл ипотекаһының ҙур һорау менән ҡулланылыуы, уның буйынса банктар 2,78 миллиард һумға 1400 кредит биреүен билдәләне. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан илдә икенсе урында килә.
Радий Хәбиров Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығына ауылды үҫтереү буйынса төбәк пландарына ярҙам итеүе өсөн рәхмәт белдерҙе. Республика федераль кимәлдә билдәләнгән дәүләт программаһы маҡсаттарына етәсәк, тип ышандырҙы.
Фото Башҡортостан Башлығының рәсми сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: