Рәсәй Президенты Владимир Путин Эмомали Рахмонды яңы срокка һайланыуы менән ҡотланы, тип белдерә Кремлдең матбуғат хеҙмәте. “Һайлау һөҙөмтәләре Һеҙҙең юғары сәйәси абруйығыҙҙы, Таджикстандың социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеү һәм уның халыҡ-ара позицияһын нығытыу буйынса Һеҙ алып барған курсты халыҡтың яҡлауын күрһәтә”, - тиелә телеграммала.