-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Октябрь 2020, 11:31

Башҡортостан – “йәшел зона”ла

– Донъяла һәм Рәсәйҙә әлеге мәлдә хәлдәр еңел түгел, ә төҙөлөш комплексы көрсөктәргә бик һиҙгер. Шуға ла төҙөлөш мәсьәләләрен мин шәхси күҙәтеү аҫтында тотам, даими “Төҙөлөш сәғәт”тәре үткәрәм, төҙөлөш урынына һәм проблемалы объекттарға сығам, – тине Радий Хәбиров. – 2019 йылда беҙ 2,3 миллиондан ашыу квадрат метр торлаҡ төҙөнөк. Быйыл 1,5 миллион квадрат метр торлаҡ ҡулланыуға тапшырылған да инде. 5 процентҡа артҡан маҡсатлы күрһәткестәрҙе үтәрбеҙ, тип уйлайым. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Рәсәй төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Владимир Якушев эшлекле кәңәшмәлә “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса фекер алышты. #миллипроект #нацпроекты #национальныепроектыБашкортостан

– Донъяла һәм Рәсәйҙә әлеге мәлдә хәлдәр еңел түгел, ә төҙөлөш комплексы көрсөктәргә бик һиҙгер. Шуға ла төҙөлөш мәсьәләләрен мин шәхси күҙәтеү аҫтында тотам, даими “Төҙөлөш сәғәт”тәре үткәрәм, төҙөлөш урынына һәм проблемалы объекттарға сығам, – тине Радий Хәбиров. – 2019 йылда беҙ 2,3 миллиондан ашыу квадрат метр торлаҡ төҙөнөк. Быйыл 1,5 миллион квадрат метр торлаҡ ҡулланыуға тапшырылған да инде. 5 процентҡа артҡан маҡсатлы күрһәткестәрҙе үтәрбеҙ, тип уйлайым.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Рәсәй төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Владимир Якушев эшлекле кәңәшмәлә “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса фекер алышты.
#миллипроект #нацпроекты #национальныепроектыБашкортостан
Башҡортостан Башлығы Владимир Якушевҡа алданған өлөшсөләр проблемаларын хәл итешеүҙә һәм “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын тормошҡа ашырыуҙа булышлығы өсөн рәхмәт белдерҙе. Һуңғы ике йылда милли проект сиктәрендә Башҡортостан федераль ҡаҙнанан 1 миллиард һум аҡса алған. Был ярҙам яңы микрорайондарға юл төҙөүгә, социаль инфраструктура менән тәьмин итеүгә мөмкинлек биргән.
Рәсәй төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Никита Стасишин Мәскәүҙән видеобәйләнеш менән шуны хәбәр итте: Башҡортостан быйыл үткән йылдағыға ҡарағанда 6 процентҡа артыҡ төҙөй.
Төҙөлөш ойошмалары етәкселәре РФ Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына ипотеканы 6,5 процентҡа төшөргәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Улар әйтеүенсә, был ҡарар көрсөк шарттарында бик ярҙам иткән. Республикала шулай уҡ башҡа уңышлы эшләгән программалар ҙа бар.
Рәсәй төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Башҡортостан “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын тормошҡа ашырыу тиҙлеге буйынса “йәшел зона”ла булыуын белдерҙе. Был план буйынса барлыҡ күрһәткестәр үтәлгәнде аңлата.
Фото Башҡортостан Республикаһы Башлығының рәсми сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: