+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Октябрь 2020, 01:29

Яңауылда ике тарихи ваҡиға

Яңауыл районында тыл хеҙмәтсәндәренә, шулай уҡ Яңы Артауыл ауылында граждандар һуғышы һәм башҡорт милли хәрәкәте ҡатнашыусыһы, ғалим Хәлим Әмировҡа бюст асылды.

Яңауыл районында тыл хеҙмәтсәндәренә, шулай уҡ Яңы Артауыл ауылында граждандар һуғышы һәм башҡорт милли хәрәкәте ҡатнашыусыһы, ғалим Хәлим Әмировҡа бюст асылды.
Ауыл мәктәбе билдәле яҡташтарының исемен йөрөтә. Быйыл уҡыу йортонда музей төҙөләсәк, уның төп экспозицияһы Хәлим Әмировҡа арналасаҡ.
Хәлим Әмиров хәҙерге Яңыуыл районында тыуып үҫкән. 1918 йылда Ырымбурҙағы Башҡорт хөкүмәтендә эшләй. Башҡортостандың урындағы кантон исполкомдарында мәғариф бүлектәрен ойоштороу менән шөғөлләнгән.
Башҡортостан хөкүмәтенең айырым кавалерия һәм уҡсылар бригадаһы төҙөлгәс, Хәлим Әмиров башҡорт бүлектәре эргәһендә политкомиссар итеп тәғәйенләнә. Ул, 1936 йылда ҡулға алынғанса тиклем ошо хәрәкәттә төрлө вазифалар биләй. Ҡулға алынғас уны өс йылға хөкөм итәләр. Ләкин Хәлим Әмировтың артабанғы яҙмышы ошо көнгәсә билдәһеҙ.
Республика көнө алдынан, Еңеүҙең 75 йыллығында ауылда тыл хеҙмәтсәндәренә, әсәләргә һәм һуғыш балаларына һәйкәл асылды. Урындағы башҡорттар ҡоролтайы рәйесе Рафаил Яхин әйтеүенсә, был идея күптән барлыҡҡа килгән. Улар ошо үтенес менән скульптор Рафаил Зиннуровҡа мөрәжәғәт итә. Һәйкәл ауыл халҡының көсө, инициатив төркөмдөң тырышлығы, урындағы эшҡыуарҙар, ойошма- предприятиеларҙың финанс ярҙамы менән тормошҡа ашырылған.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: