+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Октябрь 2020, 14:15

Тарихи шәхестәргә – сәскәләр

Республика көнө айҡанлы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Шәйехзада Бабич һәм Салауат Юлаев һәйкәлдәренә сәскәләр һалды.

Республика көнө айҡанлы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Шәйехзада Бабич һәм Салауат Юлаев һәйкәлдәренә сәскәләр һалды.
– Ҡәҙерле, Башҡортостан халҡы! Һеҙҙе ихлас күңелдән Республика көнө менән ҡотлайым! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, именлек теләйем, – тине төбәк етәксеһе. – Беҙ был байрамды бик ҡатмарлы осорҙа ҡаршылайбыҙ. Шулай ҙа ышанам: бар һынауҙарҙы бергәләп еңеп сығасаҡбыҙ. Республикабыҙҙа барыһы ла яҡшы буласаҡ.
Билдәле булыуынса, бөйөк башҡорт шағиры һәм йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл 2019 йылда Телеүҙәк янында асылды.
Милли геройыбыҙ Салауат Юлаевҡа һәйкәл асылыуға ярты быуаттан ашыу инде. Сосланбәк Тавасиев ошо эше өсөн 1970 йылда СССР-ҙың Дәүләт премияһына лайыҡ була. Рәсәйҙәге, Европалағы иң ҙур атлы һәйкәл гранит менән биҙәлгән, ун метрлыҡ постаменттан һәм бейеклеге 9,6 метр булған статуянан тора.
Читайте нас: