+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Октябрь 2020, 20:46

Күренекле дәүләт эшмәкәрҙәренә таҡтаташ

Өфөлә күренекле дәүләт эшмәкәрҙәре Хафиз Ҡушаев менән Муллайән Халиҡовҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылды.

Өфөлә күренекле дәүләт эшмәкәрҙәре Хафиз Ҡушаев менән Муллайән Халиҡовҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылды.
Иҫтәлекле урын Башҡортостандың милли музейында урынлашҡан. Был бина осраҡлы ғына һайлап алынмаған.
Унда БАССР-ҙың тәүге хөкүмәт резиденцияһында үҙәк башҡарма комитеты рәйесе Хафиз Ҡушаев менән БАССР-ҙың Совет наркомы рәйесе Муллайән Халиҡов эшләгән.
Таҡтаташ асыу тантанаһында сығыш яһаусылар билдәләүенсә, Башҡортостандың бөгөнгө хәле, уның уңыштары өсөн, беҙ, шул иҫәптән ошо ике кешегә лә бурыслыбыҙ. Тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев:
-Совет осороноң ауыр 20-се йылдарында улар республика менән идара итеүгә яуаплылыҡ алған. Муллайән Халиҡов, мәҫәлән, аслыҡ йылы Мәскәүгә ярҙам һорап хаттар яҙа. Башҡортостандың әлеге сиктәре лә ошо ике кешенең ҡаҙанышы. Ләкин шәхестәрҙең исемен мәңгеләштереү идеяһы тәүге тапҡыр барлыҡҡа килде. Быға тиклем уларҙы республикала түгел, ә тыуған яҡтары Силәбе өлкәһе һәм Бүздәк районында күберәк иҫкә алалар ине.
Шулай итеп, Республика көнө уңайынан Башҡортостандың үҫеше өсөн күп көс һалған дәүләт эшмәкәрҙәренең иҫтәлеге таҡтаташта мәңгеләштерелде.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: