+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Октябрь 2020, 15:55

Йорттар төҙөлә, ауыл үҫә

Республика көнө алдынан Йәрмәкәй ауылының “Көньяҡ” шәхси торлаҡ төҙөлөшө биҫтәһендә тантаналы газ ебәрелде. Зәңгәр яғыулыҡ тәүгеләрҙән булып Сиражевтар йортона килде.

Республика көнө алдынан Йәрмәкәй ауылының “Көньяҡ” шәхси торлаҡ төҙөлөшө биҫтәһендә тантаналы газ ебәрелде. Зәңгәр яғыулыҡ тәүгеләрҙән булып Сиражевтар йортона килде.
Йәрмәкәй районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе Ынйы Шафиҡова әйтеүенсә, яңы микрорайон 2014 йылда бүленгән. Бында 207 ер участкаһы урынлашҡан. Уларҙың 75-е льготалы категориялы граждандарға бирелгән.
Биҫтәгә 2017 – 2019 йылдарҙа электр үткәрелгән. 2019 – 2020 йылдарҙа республика ҡаҙнаһы иҫәбенә дөйөм оҙонлоғо 5 саҡрым булған автомобиль юлына таш түшәлгән. Һыуҙы “Ауыл биләмәләренең комплекслы үҫеше” федераль проекты сиктәрендә 2021 йылда үткәрергә ниәтләйҙәр.
Быйыл Башҡортостан республикаһында газификация программаһы сиктәрендә тарифтарға махсус өҫтәмәләр иҫәбенә биҫтә биләмәһендә газ менән тәьмин итеү буйынса эштәр башҡарылған.
Әле 207 ер участкаһының 64-енә төҙөлөш өсөн рөхсәт бирелгән. 10 йорт теркәлгән, 14-е әҙер булырға тора.
Ынйы Шафиҡова фотоһы.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: