+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Октябрь 2020, 10:35

Тағы бер байрам

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары «Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон проектын ҡарай. Уға ярашлы, республикала Хеҙмәт ветераны көнө булдырыла.

Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, уны 18 ғинуарҙа билдәләргә тәҡдим ителә.
Республика Хөкүмәте закон проектының концепцияһын хупланы. Закон ҡабул ителгән осраҡта Хеҙмәт ветераны көнө республикала һигеҙенсе иҫтәлекле көн була. Ундайҙарға, мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнө, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө ҡарай. Яңыраҡ ҡына Дәүләт Йыйылышы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы көнөн булдырҙы. Быйыл 13 ноябрҙә ул тәүге тапҡыр билдәләнә.
Читайте нас: