-9 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Октябрь 2020, 10:30

Рязандағы шартлау тураһында

7 октябрҙә Рязань өлкәһенең Скопинск районында урынлашҡан хәрби складтарҙа янғын сыға.

7 октябрҙә Рязань өлкәһенең Скопинск районында урынлашҡан хәрби складтарҙа янғын сыға.
Уны ике көн тигәндә саҡ һүндереүгә өлгәшәләр. Янғындан һәм бомба-снарядтар шартлауынан 16 кеше, 20 бина зыян күрә. Шартлау урынынан 5-10 километр аралыҡта урынлашҡан 14 ауылдан 2300 кеше эвакуацияға сығарыла. Федераль кимәлдәге “Каспий” автотрассаһы ябыла.
Ҡаза урынына мең ярымға яҡын ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре, 389 берәмек техника йәлеп ителә.
Кисә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы етәксеһе Евгений Зиничев янғындың һүндерелеүе тураһында Владимир Путинға доклад бирҙе. Хәҙер Тәфтиш комитеты уның сәбәптәре һәм ғәйеплеләрҙҙе асыҡлау буйынса эш алып бара.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас в