+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Октябрь 2020, 18:41

Коронавирус хаҡында – һандар теле менән

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, республикала 9 октябргә ҡарата COVID-19-ҙы йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 9 191-гә еткән.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, республикала 9 октябргә ҡарата COVID-19-ҙы йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 9 191-гә еткән. Тәүлек эсендә вирус 47 кешелә табылған.
Әлеге мәлдә дауаханаларҙа 107 ауырыу коронавирусҡа ҡаршы көрәшә. Шуларҙың һигеҙенең хәле ауыр тип баһалана, берәүһе яһалма һулыш аппаратына тоташтырылған. Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 743.
Кисәле-бөгөнлө 25 кеше, был сирҙән сәләмәтләнеп, дауахананан сыҡҡан. Унан, дөйөм алғанда, 8 298 яҡташыбыҙ һауыҡҡан.
Республикала COVID-19-ҙан вафат булыусылар һаны үҙгәрешһеҙ ҡала – 43.
Рәсәйҙә һуңғы тәүлектә коронавирус йоҡтороуҙың 12 126 осрағы теркәлгән. Эпидемия башланғандан бирле был – илебеҙҙә бер тәүлектә асыҡланған ауырыуҙарҙың иң ҙур һаны.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: